«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәрминкәләр шаулап үтәсәк



30.08.2013 Йәрминкәләр шаулап үтәсәк

Йәрминкәләр шаулап үтәсәкШәмбе һәм йәкшәмбелә баш ҡаланың Орджоникидзе районында ауыл хужалығы йәрминкәләре үтә. Улар С. Орджоникидзе исемендәге майҙанда, «Меркурий», «Тирәктәр» һәм «Урал» сауҙа комплекстары алдында ойоштороласаҡ.
С.Орджоникидзе исемендәге майҙанда үтәсәк йәрминкәлә Башҡортостандың 19 районы аграрийҙары Өфө халҡына үҙ продукцияһын тәҡдим итәсәк. Йәшелсә, емеш-еләк, ит, һөт ризыҡтары, бал һәм башҡа продукция тейәлгән йәмғеһе 80-дән ашыу йөк автомашинаһы булыуы көтөлә. Бынан тыш, емеш ағастары үҫентеләре лә һатыласаҡ.
Бөтә йәрминкәләр иртәнге сәғәт 9-ҙан эшләй башлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға