«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хоккей турниры панорамаһы



30.08.2013 Хоккей турниры панорамаһы

Хоккей турниры панорамаһыКисә «Салауат Юлаев» хоккейсылары «Металлург» менән көс һынашып, 6:5 иҫәбе менән еңеү яуланы. Шуның менән беҙҙең спортсылар турнир таблицаһының иң юғары баҫҡысына күсте.
Бөгөн шайбалы хоккей буйынса «Башҡортостан Республикаһы Кубогы» халыҡ-ара турнирының һуңғы уйыны. Төшкө сәғәт 3-тә Новокузнецк ҡалаһының «Металлург»гы менән Мәскәү өлкәһенең «Атлант»ы алышһа, киске сәғәт 7-лә «Салауат Юлаев» хоккейсылары Омск ҡалаһының «Авангард»ына ҡаршы уйнаясаҡ.
Матч аҙағында еңеүселәрҙе тәбрикләү тантанаһы уҙасаҡ.
«Салауат Юлаев» командаһына уңыштар теләйбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға