«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ә һин шихандар өсөн тауышыңды бирҙеңме?



29.08.2013 Ә һин шихандар өсөн тауышыңды бирҙеңме?

Ә һин шихандар өсөн тауышыңды бирҙеңме? “Рәсәй 10” интернет-конкурсы тиҙҙән тамамланасаҡ. Шуға күрә лә Стәрлетамаҡ шихандары өсөн тауыш биреүҙе әүемләштерергә кәрәк. Әле был тәбиғәт ҡомартҡыһы өсөн йәмғеһе 320 меңдән ашыу тауыш йыйылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: сайтта тауыш биреү менән бер рәттән, был ярышта кәрәҙле телефон да ярҙамға килә ала. Уның өсөн 1880 номерына "12 12 12" тигән СМС-хәбәр ебәрергә кәрәк (НДС менән 3.54 һум алынасаҡ, бер СМС өс тауыш бирә).
Әлеге ваҡытта конкурста лидер булып чечендарҙың Әхмәт Ҡадиров исемендәге “Чечня йөрәге” мәсете килә. Ул 17 миллионға яҡын тауыш йыйған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға