«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балалар Башҡорт атлы дивизияһының тарихын өйрәнәсәк



29.08.2013 Балалар Башҡорт атлы дивизияһының тарихын өйрәнәсәк

Балалар Башҡорт атлы дивизияһының тарихын өйрәнәсәк2 сентябрҙә 112-се Башҡорт атлы дивизияһы музейы мәктәп уҡыусылары һәм мәктәпкә тиклемге балалар өсөн «Музейға илткән юл» акцияһын үткәрә.
Балалар музей экспозициялары менән бушлай таныша аласаҡ. Шулай уҡ бында оригами сәнғәте буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойоштороласаҡ.
Музейҙың адресы: Өфө ҡалаһы, Левитан урамы, 27. Белешмә өсөн телефондар: (347) 227-47-57, 227-52-02.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға