«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Барыһы ла автомобилдәр тураһында”



29.08.2013 “Барыһы ла автомобилдәр тураһында”

“Барыһы ла автомобилдәр тураһында” Ошо исем аҫтында Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының техник һәм ауыл хужалығы баҫмаларын уҡыу залында күргәҙмә асылды.
Үҙенең барлыҡҡа килеүенән бирле был транспорт сараһы кешелек үҫешенә ғәйәт ҙур йоғонто яһаған. Шуға күрә лә автомобиль темаһы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр алып барыу, музейҙар ойоштороу тәбиғи ҙә кеүек. Баш ҡала халҡы хәҙер автоиндустрия тарихы менән китапханалағы күргәҙмә аша таныша аласаҡ. Уның иң ҙур бүлеге “Автомобилләштереү тарихынан” тип аталған. Тәүге автомобилдәр, конструкторҙар һәм уйлап сығарыусылар буйынса мәғлүмәт матур итеп әҙерләнгән энциклопедияларҙа тупланған.
“Автомобилдәрҙең ҡоролошо, уларҙы хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау” бүлеге иһә автоһөйөүселәргә бик кәрәкле булып тора. Ә күргәҙмәнең итальян теленән тәржемә ителгән “Донъя автомобилдәре” тигән өлөшө бер кемде лә битараф ҡалдырмаҫ, моғайын. Унда автодизайндың данлыҡлы өлгөләре, иң матур һәм иң яман тип һаналған автомобилдәр, һуғыштарҙан, төрлө тарихи тетрәнеүҙәрҙән илдәрҙе, халыҡтарҙы күтәрергә, уларҙың хәлен яҡшыртыуға ярҙам иткән транспорт саралары тураһында белергә мөмкин.
Ә. Вәлиди исемендәге БР Милли китапханаһының киләһе тематик күргәҙмәһе йыһанды өйрәнеүгә бағышланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға