«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Республика Ҡурай байрамында ҡатнашырға теләһәгеҙ



27.08.2013 Республика Ҡурай байрамында ҡатнашырға теләһәгеҙ

Республика Ҡурай байрамында ҡатнашырға теләһәгеҙ 3 - 14 сентябрҙә Октябрьский ҡалаһында үтәсәк республика Ҡурай байрамында ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Унда ҡурайсылар һәм ҡурайсылар ансамблдәре бәйгеһе үтә. Конкурста ҡатнашыусылар үҙҙәре башҡарған көйҙөң тарихын мотлаҡ белергә тейеш.
Сығыштарҙы танылған ҡурайсылар, сәнғәт оҫталары, ғалим-фольклорсылар, халыҡ ижады белгестәре, үткән конкурстарҙа гран-при яулаусылар баһалаясаҡ.
Программала шулай уҡ ансамбль етәкселәре өсөн ижади лаборатория үткәреү ҡаралған.
Конкурста ҡатнашыу өсөн заявкаларҙы 8 сентябргә тиклем 450103, Өфө ҡалаһы, Зәйнәб Биишева урамы, 17/2 адресы буйынса Республика халыҡ ижады үҙәгенә ебәрергә кәрәк. Телефон/факс: 8 (347) 289-62-00.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға