«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Шәмбелә – экологик фестиваль



27.08.2013 Шәмбелә – экологик фестиваль

Шәмбелә – экологик фестиваль
31 августа Өфө ҡалаһының И.Яҡутов исемендәге паркында «Мусора.Больше.Нет» хәрәкәте экологик фестиваль ойошторасаҡ.
Уның программаһында:
- «Оҫталар ҡалаһы» проектынан йәрминкә һәм оҫталыҡ дәрестәре,
- анимация һәм бейеү номерҙары,
- балалар һәм өлкәндәр өсөн конкурстар, викториналар,
- асфальтта һүрәт төшөрөү,
- экология флешмобы һәм башҡа саралар үткәреләсәк.
Фестивалдә ҡулланылған батарейкаларҙы һәм сафтан сыҡҡан энергияны аҙ исрафлаған лампаларҙы тапшырырға мөмкин буласаҡ.
Иғтибар! Сараға килеүселәр үҙҙәре менән “билет” - буш пластик шешә алып килергә тейеш. Ойоштороусылар белдереүенсә, уларҙан тамашасылар өсөн ҙур сюприз әҙерләнә.
Фестиваль төшкө сәғәт 2-лә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға