«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Маэстроның яҡты иҫтәлегенә концерт



27.08.2013 Маэстроның яҡты иҫтәлегенә концерт

Маэстроның яҡты иҫтәлегенә концерт 6 сентябрҙә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры яңыраҡ арабыҙҙан киткән бөйөк композитор Салауат Низаметдиновтың яҡты иҫтәлегенә бағышланған концерт үткәрәсәк. «Музыка һеҙҙең менән булһын!..» тип исемләнгән программа ике бүлектән торасаҡ һәм унда театрҙың опера, хор солистары, симфоник оркестр сығыш яһаясаҡ.
Тәүге бүлектә Маэстроның яңыраҡ ижад ителгән «Тормош геометрияһы» тип исемләнгән бер актлы операһы концерт башҡарыуында яңғыраясаҡ. Икенсе бүлектә иһә тамашасылар иғтибарына Салауат Низаметдиновтың опералары, романстарынан өҙөктәр, йырҙар тәҡдим ителәсәк. Концерт М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында була. Белешмәләр өсөн 272-77-12, 273-84-72 телефондары буйынса шылтыратырға.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға