«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡала уртаһында тиҙҙән яңы сквер асыласаҡ



27.08.2013 Баш ҡала уртаһында тиҙҙән яңы сквер асыласаҡ

Баш ҡала уртаһында тиҙҙән яңы сквер асыласаҡ Ул Октябрҙең 50 йыллығы һәм 8 март урамдары киҫелешендә урынлашасаҡ. Әле унда төҙөкләндереү эштәре бара – сәскә клумбалары урынлаштырылған, йәшмәле бордюрҙар, тротуар плиткаһы һалынған, эре ағастар күсереп ултыртылған.
Сквер заманса буласаҡ – бында смартфон-планшеттарҙан интернетҡа сығыу өсөн бушлай Wi-Fi нөктәһе булдырыу ҡаралған. Ял итеү урынында төндә яҡтылыҡ диодлы лампалар янасаҡ.
Әлеге ваҡытта скверға исем һайлау буйынса конкурс бара. Ул 2 сентябргә тиклем дауам итә, ҡатнашыу өсөн skver_ufa@mail.ru адресы буйынса «Скверҙың исеме» тип яҙып хат ебәрергә кәрәк. Бөгөнгә Диагональ, Студент, Зөбәржәт, Йәштәр, Революция яугирҙары, Тәүге осрашыу скверы һымаҡ варианттар тәҡдим ителгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға