«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тропик мөғжизәләре – Сибайҙа



27.08.2013 Тропик мөғжизәләре – Сибайҙа

Тропик мөғжизәләре – Сибайҙа 31 августан 15 сентябргә тиклем Сибай ҡалаһының крайҙы өйрәнеү музейында «Тропиктарҙың тере күбәләктәре» күргәҙмәһе уҙасаҡ. Бында тәбиғәт мөғжизәләре – күбәләктәрҙең осоуын, ашауын, хатта уларҙың ҡурсаҡ көбөнән яралыу мәлен күҙәтеп буласаҡ. Әйтергә кәрәк, күргәҙмәлә фотоға төшөрөү тыйылмай, бары тик яҡтыртҡыс ҡулланырға ярамай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға