«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «МАКС – 2013» үҙ эшен башлай



27.08.2013 «МАКС – 2013» үҙ эшен башлай

«МАКС – 2013» үҙ эшен башлай Бөгөн Мәскәү өлкәһендәге Жуковский ҡалаһында «МАКС – 2013» халыҡ-ара авиация һәм йыһан салоны үҙ эшен башлай. Бында Рәсәй һәм сит илдәрҙең самолеттары, вертолеттары, йыһан аппараттары күргәҙмәһе үтә, авиакорпорациялар араһында эшлекле килешеүҙәр төҙөләсәк, пилотаж төркөмдәре сығыш яһаясаҡ. Салон тамашасылары иғтибарына Башҡортостанда етештерелгән махсус продукция ла тәҡдим ителәсәк. Уның иҫәбенә «4++» быуынына ҡараған күп ҡулланылышлы «Су – 35 С» истребителе өсөн Өфө моторҙар эшләү берекмәһендә сығарылған двигателдәр, Күмертау вертолеттары һәм башҡа авиация тауарҙары инә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға