«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Мәсет яңыртыла



07.08.2013 Мәсет яңыртыла

Мәсет яңыртыла Өфө ҡалаһының Туҡай урамында урынлашҡан Беренсе йәмиғ мәсете яңыртыу эштәре алып барыла. Әле уның колонналары, стеналары аҡ төҫкә буяла, ишек алды үҙгәртеп ҡорола.
Иман йортоноң биләмәһендә лә ҙур төҙөкләндереү эштәре алып барыла. Проектҡа ярашлы, мәсет эргәһендә эскәмйәләр ҡуйыласаҡ, фонтан эшләйәсәк.
Айырым торған өс ҡатлы бинала 10–15 урынға иҫәпләнгән ҡунаҡхана урынлашасаҡ, шулай уҡ ризыҡланыу һәм тәһәрәтләнеү бүлмәләре ҡороласаҡ. Ошонда уҡ мосолман әҙәбиәте һәм сувенирҙар һата торған кибет урынлашасаҡ.
Төҙөлөш менән бер нисә ойошма мәшғүл. Эштәр сентябрь–октябрҙә тамамланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға