«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә «Театр төнө» үтәсәк



07.08.2013 Өфөлә «Театр төнө» үтәсәк

Өфөлә «Театр төнө» үтәсәк Республика театрҙары яңы миҙгелдәрен асыу алдынан 12 сентябрҙә Өфөлә беренсе тапҡыр үтәсәк «Театр төнө» мәҙәни сараһында ҡатнашасаҡ. Был үҙенсәлекле проект 100 мең һумлыҡ Президент грантына лайыҡ булды.
«Театр төнө» алдынан баш ҡаланың бөтә театрҙарының һәм мәҙәниәт һарайҙарының ишектәре тамашасылар өсөн асыҡ буласаҡ. «Башавтотранс» компанияһы «Театраль маршрут» ойошторасаҡ.
Мәҙәниәт усаҡтарына был акцияла ҡатнашыу өсөн түбәндәге электрон адресҡа хат ебәреү мотлаҡ: info@eventufa.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға