«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Стәрлетамаҡ туристары ултырған автобус фажиғәгә осраған



06.08.2013 Стәрлетамаҡ туристары ултырған автобус фажиғәгә осраған

Стәрлетамаҡ туристары ултырған автобус фажиғәгә осраған Бөгөн иртәнсәк Ростов өлкәһенең Морозовск ҡалаһы янында Стәрлетамаҡ ҡалаһына барыусы «Неоплан» автобусы менән «ГАЗ - 3110» ҡатнашлығында юл-транспорт фажиғәһе булды.
Был фажиғәгә еңел автомобиль менән идара иткән 24 йәшлек егет ғәйепле – ул ҡаршы һыҙатҡа сығып киткән һәм «Неоплан»ға килеп бәрелгән. Һөҙөмтәлә водитель һәм уның менән бергә булған ҡатын һәм 7 йәшлек бала ауыр яралар ала. Үкенескә күрә, дауаханаға алып барған саҡта бала йән биргән.
Анапанан Стәрлетамаҡҡа йүнәлгән автобуста 79 кеше, шул иҫәптән ике водитель булған. Авария һөҙөмтәһендә өс кеше – 39 йәшлек водитель һәм ике пассажир тән йәрәхәттәре алған. Әлеге ваҡытта улар Морозовск ҡалаһындағы дауаханала ята.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға