«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» үтәсәк



06.08.2013 «Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» үтәсәк

«Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» үтәсәк 8 августа баш ҡаланың Аксаков исемендәге паркында «Ғаилә усағы. Ураҙа байрамы» исемле сара үтә. Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, сара программаһында төрлө спорт, интеллектуаль уйындар, концерт, оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған.
Шулай уҡ байрам сиктәрендә «Оҫталар ҡалаһы» тәҡдим иткән күргәҙмә-йәрминкә эшләйәсәк, «Дармарка» һәм «Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!» хәйриә акциялары үткәреләсәк. Байрамда йыйылған барлыҡ бүләктәр балалар йорттарында һәм күп балалы ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән кескәйҙәргә тапшырыласаҡ.
Сәғәт 12-лә башланасаҡ байрам ҡунаҡтарын күңелле сюрприздар көтә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға