«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Данлыҡлы бейеүсе тураһындағы фильм



06.08.2013 Данлыҡлы бейеүсе тураһындағы фильм

Данлыҡлы бейеүсе тураһындағы фильм 9 августа иртәнге сәғәт 11-ҙә «Башинформ» мәғлүмәт агентлылығы «Визит» нәфис фильмының авторҙары менән матбуғат конференцияһы ойоштора.
Был фильм 1976 йылда булған ваҡиғалар нигеҙендә - Өфөгә Иордания королеваһы Фатиманың килеүе тураһында. Билдәле булыуынса, ул Рудольф Нуриев менән яҡындан аралашҡан. Фатима ханым Мәскәүгә рәсми визиты барышында Өфөгә эш сәфәре менән килергә ниәт итә һәм бер ыңғайҙа дуҫына – данлыҡлы балет бейеүсеһенә әсәһенең хәлен белергә ризалыҡ һорай.
Фильм Республика Президентының 5 миллион һумлыҡ гранты ярҙамында төшөрөлә. Режиссеры - Булат Йосопов.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға