«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфөлә рок-музыка фестивале үтәсәк



05.08.2013 Өфөлә рок-музыка фестивале үтәсәк

Өфөлә рок-музыка фестивале үтәсәк 14 сентябрҙә Өфө ҡалаһының Ленин майҙанында «DMC Fest» халыҡ-ара музыка фестивале үтәсәк. Унда Рәсәйҙән һәм сит илдәрҙән «Ария», «Смысловые Галлюцинации», «7Б», «Княzz» («Король һәм Шут»), «Animal ДжаZ», «Нервы» (Украина), «Слот», «Год Змеи», «Huun-Huur-Tu» (Тыва Республикаһы), «Туран» (Ҡаҙағстан Республикаһы) төркөмдәренең ҡатнашыуы көтөлә. Бынан тыш, сарала яҡташыбыҙ, билдәле музыкант Роберт Юлдашев һәм уның «Ҡурайсы» төркөмө лә сығыш яһаясаҡ.
«DMC Fest 2013» фестивале барышында «Музыкаль берҙәмлек көнө» этнофорумы ла уҙғарыласаҡ. Унда этник стилдә башҡарыусыларҙың оҫталыҡ дәрестәре, уларҙың музыка ҡоралдары күргәҙмәһе тамашасыларҙың иғтибарына тәҡдим ителәсәк.
Фестивалгә Өфөнөң туғандаш ҡалалары Галле, Анкара, Шэньяндан һәм Ҡаҙағстандан, Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, сит илдәрҙән делегациялар киләсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға