«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » М.Буранғолов исемендәге әҙәби премияға ғаризалар ҡабул ителә башланы



05.08.2013 М.Буранғолов исемендәге әҙәби премияға ғаризалар ҡабул ителә башланы

М.Буранғолов исемендәге әҙәби премияға ғаризалар ҡабул ителә башланы БР Яҙыусылар союзы 1 августан 31 октябргә тиклем Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге әҙәби премияға дәғүә итеүселәрҙән ғариза ҡабул итә. Конкурста Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзалары – яҙыусылар, шағирҙар, әҙәбиәт белгестәре, фольклорсылар ҡатнаша ала. Тәҡдим ителгән эштәр башҡорт әҙәбиәтенең, фольклорының проблемаларына арналырға, әҙәби әҫәрҙәрҙә халыҡтың тормошон, уларҙы борсоған мөһим мәсьәләләрҙе сағылдырырға тейеш.
Премияға дәғүә итеүсе китаптарҙың йыл дауамында матбуғатта баҫылыуы шарт.
Ғаризаларҙы түбәндәге адрес буйынса тапшырырға: Өфө ҡалаһы, Коммунистик урамы, 34, телефоны: 273–30–47.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға