«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Баш ҡала уртаһында мәк плантацияһы асыҡланған



02.08.2013 Баш ҡала уртаһында мәк плантацияһы асыҡланған

Баш ҡала уртаһында мәк плантацияһы асыҡланған Өфө полицияһы хеҙмәткәрҙәре ҡаланың уртаһында мәк үҫкән баҡса барлығын асыҡлаған. Иллегә яҡын төп наркотик сәскәһе тау битләүендә, Заһир Исмәғилев урамы янындағы шәхси йорттар буйында үҫтерелгән. Наркоплантация янында усаҡ эҙҙәре лә булған. Күрәһең унда наркотик әҙерләнгән.
Хоҡуҡ һаҡлаусылар мәк баҡсаһын юҡ иткән. Әлеге ваҡытта үлемесле үҫемлектәрҙе кем ултыртыуын һәм тәрбиәләүен асыҡлау бара.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға