«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Салауатта сираттағы ярғанат фатирға ингән



02.08.2013 Салауатта сираттағы ярғанат фатирға ингән

Салауатта сираттағы ярғанат фатирға ингән Яңыраҡ беҙ Салауат ҡалаһында фатирға осоп ингән ярғанат тураһында хәбәр ирткәйнек. Тап шундай осраҡ шул уҡ ҡалала йәнә лә ҡабатланды.
31 июлдә, сәғәт киске ун тирәһендә Ленинград урамындағы йорттоң һигеҙенсе ҡатындағы фатирға ярғанат осоп инә. Бүлмәлә булған 25 йәшлек ҡыҙ ҡотҡарыу хеҙмәтенә шылтырата һәм бәләкәй балаһы менән бәҙрәфкә инеп йәшенә.
Кухня тәҙрәһенән осоп ингән хайуандың ҡанаттар араһы 25 сантиметр тәшкил иткән. Ҡотҡарыусылар уны эҙләп, шкафтарҙы тикшерә, ләкин ярғанат буш телевизор ҡумтаһына йәшенгән булған. Бәхеткә күрә, был ваҡиғала бер кем дә зыян күрмәгән. Ә ярғанатты йорттан алыҫҡа алып китеп иреккә ебәргәндәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға