«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡорал менән янап магазин талаған



02.08.2013 Ҡорал менән янап магазин талаған

Ҡорал менән янап магазин талаған Өфө ҡалаһы хоҡуҡ һаҡлаусылары аҙыҡ-түлек магазиндарын талау осраҡтарын асыҡлаған һәм енәйәтсене – 30 йәшлек ирҙе ҡулға алған.
Ул «Ермолинские полуфабрикаты» магазины һатыусыһына пистолет менән янап, кассанан бер мең һум аҡсаны алған. Был енәйәткә тиклем дә ир икенсе магазинда һатыусының муйынына бысаҡ терәп, 22 мең һум аҡсаны талай.
Бәхеткә күрә был ике енәйәт тә видеокамераларға төшөрөлгән. Шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәренә талаусыны асыҡлау ҡыйын булмаған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға