«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сочи олимпиадаһына махсус ҡағыҙ аҡса сығасаҡ



01.08.2013 Сочи олимпиадаһына махсус ҡағыҙ аҡса сығасаҡ

Сочи олимпиадаһына махсус ҡағыҙ аҡса сығасаҡ Көндән-көн илебеҙ ҙур спорт сараһына 2014 йылда Сочи ҡалаһында үтәсәк XXII Ҡышҡы олимпия уйындарына әҙерләнә. Шуға күрә лә ҡағыҙ аҡсалар йыйыу – бонистика менән булышыусылар өсөн һөйөнөслө яңылыҡ. Рәсәй Банкыһы 100 һумлыҡ дебют олимпия банкнотаһы сығарасаҡ. Яңы аҡса октябрь айында, олимпиадаға 100 көн ҡалғас, ҡулланылышҡа индереләсәк.
Олимпия уйындарына арналған банкнотаны Рәсәй банкыһы тәүгә эшләй һәм унда төшөрөлгән һүрәт вертикаль урынлашасаҡ. Аҡса тиражы 10 миллион дана тәшкил итәсәк, уның бер өлөшө айырым бүләк тышлығында буласаҡ.
Күк һәм зәңгәр төҫлө банкнотаның бер яғында Сочи өҫтөнән осоп барған сноубордсы, ә икенсеһендә – Олимпия стадионы һәм Һомай ҡошо һүрәтләнгән.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға