«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Сибай велосипедсыларының тәүге ҙур еңеүе



01.08.2013 Сибай велосипедсыларының тәүге ҙур еңеүе

Сибай велосипедсыларының тәүге ҙур еңеүе «Ирәндек» боҙ һарайы базаһында ойошторолған велоспорт секцияһы йыл ярым элек үҙ эшен башланы. Тренер Илья Худалеев етәкселегендә шөғөлләнгән ҡыҙҙар һәм егеттәр төрлө ярыштарҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай.
19-20 июлдә Белорет ҡалаһында үткән «Көнсығыш» зонаһы беренселеге буйынса БР беренселегендә 14 велосипед спорты мәктәбе командаһы ҡатнашты.
2002 йылғы үҫмерҙәр араһындағы төркөмлө уҙышта 6 һәм 10 саҡрым араға көс һынашыуҙа Сибай велосипедсыһы Данил Күсәбаев беренселекте яуланы. 6 саҡрым ара төркөмөндә ярышта шулай уҡ 2004 йылғы Стас Косарев өсөнсө урынды алды. Ярыш йомғаҡтары буйынса, Сибай велосипедсылары беренселектә ике алтын һәм бер бронза миҙал яуланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға