«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Урам баскетболсылары көс һынашасаҡ



01.08.2013 Урам баскетболсылары көс һынашасаҡ

Урам баскетболсылары көс һынашасаҡ 10 августа Рәсәй төбәктәрендә урам баскетболы буйынса «Ҡыҙғыл һары туп - 2013» турниры үтәсәк. Унда биш меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә.
Өфө баскетболсылары Маршал Жуков урамы, 29 адресы буйынса урынлашҡан «Ҡашҡаҙан» урам баскетболы үҙәгендә көс һынашасаҡ.
Команда составына дүрт кеше инә. Уйынға теркәлеү өсөн www.ufabasket.ru. сайтын ҡарарға кәрәк. Бында шулай уҡ урам баскетболы ҡағиҙәләре менән дә танышырға мөмкин. Республиканың башҡа төбәктәрендә иһә заявкалар 8 авгусҡа тиклем ҡала һәм район комитеттарында ҡабул ителә. Турнир үҙе 10 августа, иртәнге сәғәт 11-ҙә башлана.
Командалар өс йәш категорияһына бүленәсәк:
- 16 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр (1996 йылғы һәм унан йәшерәк),
- 17-18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр (1994-1996 йылғылар),
- 19 йәштәге һәм унан өлкәнерәк егеттәр һәм ҡыҙҙар (1993 йылғы һәм унан өлкәнерәк).
Тәүге урындарҙы алған командаларға РФ Спорт министрлығының кубоктары һәм дипломдары тапшырыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға