«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үсләшкән өсөн язаһын аласаҡ



30.07.2013 Үсләшкән өсөн язаһын аласаҡ

Үсләшкән өсөн язаһын аласаҡ Үсләшеү – иң насар эш. Был хәҡиҡәтте инҡар иткән Октябрьский ҡалаһында йәшәүсе 28 йәшлек егет хәҙер енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыласаҡ.
Ул үҙе менән бергә гражданлыҡ никахында торған ҡыҙы менән пляжда булған саҡта һүҙгә килешә. Йәштәр артабан өйгә ҡайта.
Бер аҙҙан ҡыҙға әхирәте шылтырата һәм аварияға осраным, ярҙамың кәрәк тип әйтә. Ваҡиға урынына бер-береһе менән һаман да ярашмаған пар икәүләшеп китә.
Аҙаҡтан ҡыҙ өйгә иртәрәк ҡайта һәм егетенә тағы ла нығыраҡ асыулана һәм уны фатирға индермәй.
Ир асыуланып урамға сығып китә. Ул подъезд янында торған ҡыҙының «Хёндэ» автомобилен күреп ҡала һәм уның алғы ҡанатына тибә. Һөҙөмтәлә, машинаға 20 мең һумлыҡ етди зыян килә.
Кеше мөлкәтенә аңлы рәүештә зыян килтергәне өсөн егет закон алдында яуап бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға