«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ер аҫты үткәргесендә - картина галереяһы



30.07.2013 Ер аҫты үткәргесендә - картина галереяһы

Ер аҫты үткәргесендә - картина галереяһы Баш ҡаланың Башҡорт дәүләт аграр университеты янындағы ер аҫты үткәргесендә картина галереяһы барлыҡҡа килеүе ихтимал. Был ҡыҙыҡлы идея менән Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзалары Павел Краснов һәм Регина Вәхитова сығыш яһаған. Проектҡа ярашлы, унда республиканың йәш рәссамдарының һәм фотографтарының иң уңышлы эштәре ҡуйыласаҡ. Әлегә көндә йәштәрҙең башланғысын ӨДАТУ һәм ӨДНТУ уҡытыусылары хуплап сыҡҡан.
Идея авторҙарының береһе Регина Вәхитова әйтеүенсә, был Өфө өсөн бик кәрәкле проект. Ҡала халҡына яңыртылған, үҙенең ижади йөҙө булған үткәргестәр аша үтеү бик оҡшаясаҡ. Павел Краснов та шул фекерҙә.
Проекттың спонсорҙары коммерция ойошмалары, әммә ҡала хакимиәте лә ярҙам итер, тип ышана йәштәр. Яҡын арала иң яҡшы эштәрҙе һайлап алыу маҡсатында конкурс иғлан ителәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға