«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Самолет билеттары осһоҙораҡҡа төшәсәк



30.07.2013 Самолет билеттары осһоҙораҡҡа төшәсәк

Самолет билеттары осһоҙораҡҡа төшәсәк Рәсәйҙең төп авиакомпанияһы «Аэрофлот» киләһе йылдың март айынан лоукостер фирмаһын булдырасаҡ. Исемдәре билдәле «Ryanair» һәм «Jet Star» компанияларының эшмәкәрлегенә ярашлы, лоукостер самолеттарында, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереүҙә һәм аэропортта ҡайһы бер хеҙмәттәр күрһәтелмәйәсәк. Бер үк моделле самолеттар ҡулланыу, рейстарҙы аэропорт «бөкөһө» мәлендә яһамау, ҡыҫҡа араларҙа ашатмау, ТВ йәки видеоэкрандарҙың булмауы, бортпроводниктарҙы билеттар теркәүгә йәлеп итеү кеүек алымдар билеттарҙың хаҡын күпкә кәметә.
Тәүге мәлдә лоукостерҙың һигеҙ самолеты буласаҡ. Рейстар Санкт-Петербург, Һамар, Екатеринбург, Махачкала, Краснодар, Өфө, Калининград һәм Яңы Уренгойға яһаласаҡ. 2016 йылға иһә 26 йүнәлеш буласаҡ, самолеттар һаны ла артасаҡ.
Тәүге этапта Мәскәүҙән Екатеринбургҡа тиклем билет 4135 һум тәшкил итәсәк. Был әлеге ваҡыттағы билет хаҡынан 29 процентҡа кәмерәк. Мәскәү-Өфө йүнәлешендә 3485 һум буласаҡ (31 процентҡа кәмерәк).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға