«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Эппл» компьютерҙарында - башҡортса шрифт



30.07.2013 «Эппл» компьютерҙарында - башҡортса шрифт

«Эппл» компьютерҙарында - башҡортса шрифт Өфөлә тыуып үҫеп, хәҙер Мәскәүҙә йәшәүсе дизайнер Илдар Кинйәбулатов «Эппл» фирмаһының компьютерҙарына башҡортса клавиатура раскладкаһын эшләгән. Ул «Mac OS X» операцион системаһы ҡуйылған «iMac» компьютеры, «MacBook Pro» һәм «MacBook Air» ноутбуктарына тәғәйенләнгән.
Әйтергә кәрәк, Илдар Кинйәбулатов быға тиклем «Андроид» операцион системаһы ҡуйылған смартфондар һәм планшеттар өсөн башҡортса клавиатура һәм һүҙҙәрҙе автоматик рәүештә ҡуйған махсус һүҙлектәр эшләгән.
«Мак» ОС өсөн раскладка файлын http://ildar.me/ адресы буйынса күсереп алырға була. Бында уның менән файҙаланыу тураһында инструкция бирелгән. Программалар бушлай таратыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға