«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡунаҡ егет тыйнаҡ булмаған



29.07.2013 Ҡунаҡ егет тыйнаҡ булмаған

Ҡунаҡ егет тыйнаҡ булмаған Әбйәлил районының Асҡар ауылында йәшәүсе 49 йәшлек ир үҙенең күптәнге танышы, 29 йәшлек егет менән осрашып, табын ҡора. Апаруҡ һыйланғандан һуң, ҡунаҡ йорт хужаһы менән һүҙгә килешә һәм уны туҡмай. Ирен яҡлашырға маташҡан хужабикәгә лә туҡмаҡ эләгә.
Артабан егет табындашының кәрәҙле телефонын, уның көс йыйҙырыу ҡорамалын һәм 300 һум аҡсаны алып сығып китә.
Полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтсене тиҙ арала асыҡлай. Егет быға тиклем икенсе танышынан аҡса урлаған һәм уны эскелеккә тотоноп бөткән. Хәмергә аҡса етешмәгәс, ул үҙе ҡунаҡ булған фатирҙың хужаларын талаған.
Әлеге ваҡытта батыр егет ҡулға алынған, уға ҡарата енәйәт эше асылған. Әйтергә кәрәк, ул быға тиклем дә мутлашыу һәм талау буйынса хөкөм ителгән булған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға