«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » БДУСИ-ҙа стипендиялар артасаҡ



29.07.2013 БДУСИ-ҙа стипендиялар артасаҡ

БДУСИ-ҙа стипендиялар артасаҡ Башҡорт дәүләт унисверситетының Сибай институты (филиалы) быйылдан Берҙәм дәүләт имтиханының дөйөм юғары балы менән ингән студенттарға стипендияларҙы арттырасаҡ. Әгәр ҙә БДИ һөҙөмтәһе 230 балдан һәм унан артыҡ булһа, стипендия күләме – 4000 һум, 200-230 бал булһа – 3000 һум тәшкил итәсәк. Аҡса артыу бөтә факультетарҙағы көндөҙгө бүлектә бюджет формаһында уҡыусы студенттарға ҡағыласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға