«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Турист туҡталышы асыласаҡ



26.07.2013 Турист туҡталышы асыласаҡ

Турист туҡталышы асыласаҡИртәгә «Ирәмәл» тәбиғәт паркында «Ағиҙел йылғаһы башы» исемле турист туҡталышы асыласаҡ. Был проект цивилизациялы туризм һәм урындағы флора һәм фаунаны һаҡлап ҡалыу өсөн эшләнелә.
Туҡталышҡа барып етер өсөн тәүҙә «Урал батыр» эпосы образдарына нигеҙләнеп эшләнгән «Ожмахҡа юл» маршруты буйынса үтергә кәрәк.
Ағиҙел башында Урал батыр ҡылысы урынлаштырылған. Был тарихи символды ҡуйыу «Газ-сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамы менән башҡарылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға