«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡулланылған автошиналар йыйыласаҡ



26.07.2013 Ҡулланылған автошиналар йыйыласаҡ

Ҡулланылған автошиналар йыйыласаҡ «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының полигондарында ҡулланылған автомобиль шиналарын туплау буйынса майҙансыҡтар барлыҡҡа киләсәк. Бының турала БР Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлығында үткән кәңәшмә барышында һөйләнелде.
Йыл һайын республикала 4 мең тоннанан ашыу автомобиль транспорты шиналары ҡулланылыштан сыға. Уларҙың 30 проценты республиканан ситкә - Татарстан республикаһына, Ырымбур һәм Түбәнге Новгород өлкәһенә ебәрелә. Ә Башҡортостанда урынлашҡан икенсел ҡулланылыш резина эшкәрткән предприятиеларға сеймал етешмәй.
Ошо проблеманы күтәреп, кәңәшмә барышында предприятиеларҙан автошиналар йыйыуҙы тәртипкә килтереү, бының өсөн айырым холдингылар булдырыу тураһында әйтелде. Йыл аҙағына тиклем «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһының полигондарында ҡулланылыштан сыҡҡан автомобиль шиналарын туплау буйынса майҙансыҡтар ойоштороласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға