«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Йәш геологтар» слетын еңеүселәр билдәләнде



26.07.2013 «Йәш геологтар» слетын еңеүселәр билдәләнде

«Йәш геологтар» слетын еңеүселәр билдәләнде Йәш геологтарҙың республика слеты быйыл Йәрмәкәй районында үтте. Профилле лагерҙың эшендә Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай ҡалаларынан, Йәрмәкәй, Хәйбулла, Ҡалтасы, Ғафури райондарынан 18 команда ҡатнашты.
Слет программаһында ялан геологик олимпиадаһы үткәрелде. Бынан тыш, унда геология маршруттары төҙөү, минералогия, петрография, палеонтология фәндәре буйынса белемдәрҙе тикшереү, ялан лагерын ойоштороу, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү буйынса һынауҙар үтте. Командалар күргәҙмәләр менән сығыш яһаны, ялан һәм тикшереү эштәре буйынса отчеттарын яҡланы.
Слетта тәүге урындарҙы «ГеоЛитос» (Салауат ҡалаһы), «Контакт» клубы (Өфө), «Рудознатцы» (Сибай) командалары яуланы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға