«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡариҙел пляждарын тәртипкә килтерәйек!



26.07.2013 Ҡариҙел пляждарын тәртипкә килтерәйек!

Ҡариҙел пляждарын тәртипкә килтерәйек! Иртәгә «Мусора. Больше. Нет» хәрәкәте әүҙемдәре баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһенең пляждарын сүп-сарҙан таҙартыу буйынса экологик акция үткәрә. Ул иртәнге сәғәт 9-ҙа башланасаҡ, йыйылыу урыны – Академик Королев һәм Яр буйы урамдары киҫелеше (Ак. Королев урамы, 35). Ойоштороусылар субботника килеүселәргә сүп-сар өсөн тоҡтар һәм бирсәткәләр таратасаҡ.
Ҡариҙел йылғаһының һыу инеү урындарын тәртипкә килтереү буйынса сараның «Бәйләнештә» селтәрендәге төркөмө - http://vk.com/event55903762, бәйләнеш өсөн телефон – 8-917-37-47-336 (Антон Никонов).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға