«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һаҡ булығыҙ: ярғанаттар тәҙрәнән инә



26.07.2013 Һаҡ булығыҙ: ярғанаттар тәҙрәнән инә

Һаҡ булығыҙ: ярғанаттар тәҙрәнән инә Кисә Салауат ҡалаһының Островский урамында йәшәүсе ҡыҙ төшкө сәғәт 1 тирәһендә кухняла бесәйҙең бер нәмәне аулап, сабып йөрөүен ишетеп ҡала. Ҡараһа – унда бесәй тәҙрәнән осоп ингән ярғанатты баҫтырып йөрөй. Ҡыҙ ҙа көтөлмәгән ҡунаҡты ҡыуып сығарырға уйлай, ләкин ҡанатлы януар уны ла бер нисә тапҡыр тешләп өлгөрә.
Фатир эйәһе артабан ҡотҡарыусыларға шылтырата. Улар килеп еткән мәлдә ярғанат вентиляция торбаһына инеп йәшенә. Януарҙы унан алыу өсөн стенаны емерергә кәрәк, шуға күрә лә уның йәшенгән урындан сығыуын көтөргә хәл ителә.
Киске сәғәт 6 тирәһендә ярғанат ышыҡ урындан сыға. Ләкин ҡыҙ уны биҙрә менән ҡапларға өлгөрә һәм ҡотҡарыусыларға хәбәр итә. АСС хеҙмәткәрҙәре ярғанатты тышҡа сығарып осороп ебәрә. Төн хайуанынан тешләнгән ҡыҙ табипҡа күренергә һәм бесәйҙе ветеринарға алып барырға уйлай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға