«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Үҙе тәрбиәләгән ҡолондо урлаған



26.07.2013 Үҙе тәрбиәләгән ҡолондо урлаған

Үҙе тәрбиәләгән ҡолондо урлаған Баш ҡаланың Калинин районы полиция хеҙмәткәрҙәре ҡолон урлаусыны эҙләй. Хоҡуҡ һаҡлаусыларға Ат спорты буйынса әҙерлек үҙәге тренеры мөрәжәғәт итә. Ул шаршамбыла һарайҙа торған өс ҡолондоң берәүһе юғалғанын асыҡлаған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре үҙәктә эшләп, яңыраҡ унан киткән 22 йәшлек ҡыҙҙы эҙләй. Уның ҡолондо алып киткәнен ат һарайы эргәһендә уйнаған балалар күргән.
Әлеге ваҡытта ат буры һәм ҡолондо эҙләү дауам итә, «Урлашыу» статьяһы буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға