«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фотоһөйөүселәр иғтибарына!



25.07.2013 Фотоһөйөүселәр иғтибарына!

Фотоһөйөүселәр иғтибарына! «Ирәмәл» тәбиғәт паркы «Башҡортостан тәбиғәте - 2013» фото конкурсы башланыуы тураһында иғлан итте. Ул экологик белем биреү һәм республикабыҙҙың матур тәбиғәтен популярлаштырыу маҡсатында ҡорола һәм бишенсе тапҡыр уҙғарыла.
Жюри эштәрҙе ете номинацияла баһалаясаҡ, һәр береһендә өс еңеүсе билдәләнәсәк. Бынан тыш, иң яҡшы фотоэш, тамашасы һөйөүе һәм жанрлы фотоһүрәт өсөн приздар ҡаралған.
Конкурс шарттарына ярашлы, фотоһүрәттәр республика биләмәһендә төшөрөлөргә һәм темаға ярашлы булырға тейеш.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға