«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы айҡанлы



25.07.2013 Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы айҡанлы

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы айҡанлы Благовещен районының Языково ҡасабаһы янында 22 июлдә «Заря» хәрби-патриотик йыйыны асылды. Унда «социаль хәүеф» төркөмөндә торған үҫмерҙәр тәрбиәләнә. Ошо көндәрҙә улар БР Тәбиғәтте ҡулланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре йыйында ҡатнашыусылар менән осрашты. Был сара Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау йылы айҡанлы үткәрелде. Унда республикалағы тәбиғәт торошона анализ яһалды, көнкүреш ҡалдыҡтарының зыяны, тәбиғәтте һаҡлауҙа бөтә кешеләрҙең дә ҡатнашыу мөһимлеге тураһында һөйләнелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға