«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Тирә-яҡ таҙараҡ булһын!



25.07.2013 Тирә-яҡ таҙараҡ булһын!

Тирә-яҡ таҙараҡ булһын! Был шәмбелә сираттағы «Субботка-Переработка» акцияһы үтәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – уның барышында теләүселәр макулатура, полиэтилен, пластик, алюминий килтереп тапшыра ала. Артабан был ҡалдыҡтар икенсел эшкәртеүгә йүнәлтеләсәк.
27 июлдә шулай уҡ «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы иҫкергән, боҙолған терегөмөшлө термометрҙар һәм энергияны аҙ исрафлаған лампаларҙы ла ҡабул итәсәк.
Акция иртәнге сәғәт 11-ҙә башланасаҡ һәм сәғәт 1-ҙә тамамланасаҡ.
Ҡалдыҡтарҙы Республика балалар экология – биология үҙәгенә (адресы - Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 14/1) йәки «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһына (С.Кувыкин урамы, 102) алып килергә мөмкин.
Ҡалабыҙҙы таҙараҡ итәйек, яҡындарыбыҙҙы терегөмөш һымаҡ хәүефле матдәләр булған әйберҙәрҙән һаҡлайыҡ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға