«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эльбрус Ниғмәтуллин бер үҙе 6 трамвайҙы һөйрәтәсәк



25.07.2013 Эльбрус Ниғмәтуллин бер үҙе 6 трамвайҙы һөйрәтәсәк

Эльбрус Ниғмәтуллин бер үҙе 6 трамвайҙы һөйрәтәсәк Данлыҡлы баһадир, илебеҙҙең иң көслө кешеһе, донъя һәм Рәсәй кимәлендәге стронгмен-шоуҙарҙарҙа билдәлелек яулаған Эльбрус Ниғмәтуллин 27 июлдә яңы донъя рекорды ҡуйырға әҙерләнә. Ул Силәбе ҡалаһында бер ыңғай алты трамвай вагонын һөйрәйәсәк. Бының менән Эльбрус Хәмит улы ун йыл элек биш трамвайҙы урынынан ҡуҙғатҡан Украина баһадирын уҙырға уйлай.
Э.Ниғмәтулин тәүҙә алты трамвай вагонын алты метр араға һөйрәйәсәк. Артабан «локомотив» баһадирҙың көсө етһә, составҡа тағы ла ике трамвай өҫтәйәсәктәр.
Рекорд ҡуйыу урыны ла тейешлесә әҙерләнә. Трамвай рельстары араһына аяҡ менән терәлеп һөйрәргә махсус тимер баҫҡыс һалынған. Э.Ниғмәтуллин трамвайҙарҙы үҙенә махсус сбруй кейеп тартасаҡ.
Стронгмен-шоу киске сәғәт 5-тә, опера театры алдындағы майҙанда үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға