«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Күңелле старттар»ға килегеҙ!



24.07.2013 «Күңелле старттар»ға килегеҙ!

«Күңелле старттар»ға килегеҙ! 25 июлдә баш ҡаланың Салауат Юлаев исемендәге майҙанында, Конгресс-холл янында ата-әсәләр һәм балалар өсөн «Күңелле старттар» үтәсәк. Унда тиҙлеккә, иғтибарлылыҡҡа, отҡорлоҡҡа спорт эстафеталары, «Минең ҡояшлы йәйем» исемле асфальттағы һүрәттәр конкурсы, тәмәке тартыуға ҡаршы закон буйынса һорау алыу, «Бергә бәхетлеләр!» фотоакцияһы ойоштороласаҡ. Ғаилә байрамы төшкө сәғәт 4-тә башланасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға