«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эскән егет йөк автомашинаһын ҡыуып алып киткән



24.07.2013 Эскән егет йөк автомашинаһын ҡыуып алып киткән

Эскән егет йөк автомашинаһын ҡыуып алып киткән Бүздәк ауылында йәшәүсе 20 йәшлек егет кафеға инеп иҫергәнсе һыйлана. Артабан мажаралар артынан ҡыуып урамдағы йөк автомашинаһын алып ҡаса.
Ләкин оҙаҡ бармай, ике еңел автомобилде төкөтә. Бәхеткә күрә, был хәлде туҡталҡа ҡарауылсыһы күреп ҡала һәм егетте туҡтата.
Ваҡиға урынына килеп еткән юл-транспорт инспекторҙарына иҫерек водитель таныш була. Ул күп тапҡыр юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған, һуңғы мәртәбә тотолғанында хата водитель таныҡлығынан да мәхрүм ителгән.
Егет үҙенең ҡылығын йөк автомашинаһында йөрөргә теләүе менән аңлата. Әлеге ваҡытта ул 12 тәүлеккә һаҡ аҫтында ултыртылған, артабан иһә автомобиль ҡыуып алып китеү буйынса закон алдында яуап бирәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға