«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Иғтибар! Фатир бурынан һаҡланығыҙ



24.07.2013 Иғтибар! Фатир бурынан һаҡланығыҙ

Иғтибар! Фатир бурынан һаҡланығыҙ  Өфө полицияһы бер нисә енәйәт ҡылған фатир бурын эҙләй. Енәйәт эҙләү бүлеге мәғлүмәте буйынса ул бер нисә тиҫтә фатирҙы «таҙартҡан». Шуларҙың береһендә бур үҙенең ҡара эше мәлендә подъезда урынлаштырылған видеокамераға «эләккән». Яҙмала күренеүенсә 40-45 йәштәр тирәһендәге, буйға 170-175 сантиметр булған ҡара сәсле ир тәүҙә фатир эйәләренең һәм уларҙың күршеләренең өйҙә юҡлығын тикшерә. Әйтергә кәрәк, бур ишек йоҙаҡтары асҡыс яратып аса һәм фатирҙан ҡиммәтле әйберҙәрҙе һәм аҡсаны урлай.
Әгәр ҙә ошо һүрәттәге кеше һеҙгә билдәле булһа, был турала 279-31-27, 8-937-317-33-17, 8-927-938-38-48, 02 телефондары буйынса шылтыратығыҙ йәки яҡындағы полиция бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға