«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Октябрь проспектындағы банкоматты емереп таларға уйлаған



23.07.2013 Октябрь проспектындағы банкоматты емереп таларға уйлаған

Октябрь проспектындағы банкоматты емереп таларға уйлаған Кисә төндә Өфө ҡалаһының патруль-пост хеҙмәткәрҙәре Октябрь проспектында дежур иткәндә урам банкоматы урынлашҡан япма аҫтында шикле ирҙе күреп ҡала. Уның янында ҡул менән тотоп йөрөтмәле газ ярҙамында металл ҡырҡыу аппараты ла була. Хоҡуҡ һаҡлаусылар ирҙең янына килгәндә ул видеокүҙәтеү камераларының объективын буяп, банкоматтың корпусын аҡтарып торған.
Енәйәт ҡылыусы кеше Благовещен ҡалаһында йәшәгән 35 йәшлек ир була. Әйтергә кәрәк, ул бер ҙә аҡсаға мохтажлыҡ кисергәнгә оҡшамаған, сөнки Себерҙә монтажсы булып эшләгән.
Әлеге ваҡытта иргә ҡарата енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға