«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ғашиҡтар эскәмйәһе күптәрҙе бәхетле итһен!



23.07.2013 Ғашиҡтар эскәмйәһе күптәрҙе бәхетле итһен!

Ғашиҡтар эскәмйәһе күптәрҙе бәхетле итһен! Үткән аҙнала Сибай ҡалаһында ғашиҡтар эскәмйәһе барлыҡҡа килде. Егет менән ҡыҙ унда ултырһа, уртаға ҡарай ауышлыҡ буйынса шыуып, бер-береһенә яҡыная. Романтик эскәмйә Мәжит Ғафури исемендәге ял һәм мәҙәниәт паркында урынлаштырылған. Әлеге мәлдә бында урынлашҡан Балалар ижады үҙәгендә никах теркәүҙәр уҙғарыла.
Эскәмйә ҡороуға бер нисә көн генә үтһә лә был урындың үҙенә күрә ырымдары ла барлыҡҡа килде. Егет һәм ҡыҙ бер-береһенә һыйынып ултырып теләк теләһә, ул тиҙ арала ысынбарлыҡҡа ашасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға