«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Атаһының бүләген ҡунаҡтар урлаған



23.07.2013 Атаһының бүләген ҡунаҡтар урлаған

Атаһының бүләген ҡунаҡтар урлаған Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе малайҙың күптән хыялланған әйберен - планшетлы компьютерҙы атаһы тыуған көнөндә бүләк итә. Ошо көндә үк атай кеше үҙенең фатирына ике танышын саҡырып, эскелек ойоштора. Ҡунаҡтар ҡайтып киткәс, малайҙың өр-яңы планшеты юғала.
Табынға кемдәр саҡырылғаны билдәле булғас, полиция хеҙмәткәрҙәре енәйәтселәрҙе тиҙ арала асыҡлай. Ҡиммәтле бүләк эйәһенә кире ҡайтарылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға