«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Күршеһенең һарығын шешлек итергә булғандар



23.07.2013 Күршеһенең һарығын шешлек итергә булғандар

Күршеһенең һарығын шешлек итергә булғандар Үткән йәкшәмбе төнөн Благовар районының полиция бүлегенең мал урлауҙы иҫкәртеү буйынса төркөм хеҙмәткәрҙәре Благовар һәм Бүздәк райондары сигендә «ВАЗ-2106» автомобилен туҡтата. Унда Ахун ауылында йәшәгән 20 йәшлек ике егет ултырған булған. Хоҡуҡ һаҡлаусыларҙың иғтибарын машинаның багажнигынан сыҡҡан тауыш йәлеп итә. Тикшереү мәлендә унда һарыҡ табыла. Егеттәр уны күршеләренән урлап, яр буйына шешлек яһарға йүнәлгән булған.
Әлеге ваҡытта һарыҡ урлау факты буйынса енәйәт эше асылған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға