«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Пассажирҙар көнө үткәреләсәк



23.07.2013 Пассажирҙар көнө үткәреләсәк

Пассажирҙар көнө үткәреләсәк Кесе йомала Өфө ҡалаһының тимер юлы вокзалында Пассажирҙар көнө үткәреләсәк. Уның барышында теләүселәр «Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» хеҙмәткәрҙәренә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә аласаҡ, файҙалы кәңәштәрен еткерәсәк. Акция сәғәт 12-лә башланып, төшкө сәғәт 2-гә тиклем дауам итәсәк. Ул вокзалдың яңы бинаһының беренсе ҡатында, ҡала яны кассалары эргәһендә үтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға