«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡоҙоҡҡа… һыйыр төшкән



23.07.2013 Ҡоҙоҡҡа… һыйыр төшкән

Ҡоҙоҡҡа… һыйыр төшкән Ишембай ҡалаһының Перегонный ҡасабаһында ҡоҙоҡ эсенә төндә һыйыр төшөп киткән. Ярай ҙа быны эргә-тирәлә йәшәүселәр күреп ҡалған. Улар был турала ҡотҡарыусыларға хәбәр итә.
Биш сәғәттән ашыу тотҡонда булған һәүкәште сығарыу өсөн ҡоҙоҡтың стеналары һүтеп алына. Хәлһеҙләнгән хайуандың торорға ла хәле булмай. Урындағы ветеринария табибының кәңәше менән араҡы һәм һыу эсергәс кенә һыйырҙың хәле арыулана.
Баҡтиһәң, ҡоҙоҡтоң ҡапҡасы таҡталарҙан яһалған һәм улар серегән була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға