«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Автомобиль ҡыуып алып китеүҙең ике осрағы асыҡланды



22.07.2013 Автомобиль ҡыуып алып китеүҙең ике осрағы асыҡланды

Автомобиль ҡыуып алып китеүҙең ике осрағы асыҡланды Кушнаренко районының Гөргөрөй ауылы янындағы дачала ике егет эскелек ойоштора һәм улар араһында янъял ҡуба. Һуғышып туйғас, егеттәрҙең берәүһе икенсеһенең «Фольксваген Поло» автомобилен ҡыуып алып китә. Артабан ул таныш ҡыҙын ултыртып, Өфөгә юллана. Бер аҙҙан яғыулығы бөтөп, автомобиль туҡтай, ә айнығып та етмәгән егетте полицияның енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡулға ала. Ул «Автомобиль ҡыуып алып китеү» статьяһы буйынса закон алдында яуап бирәсәк.
Күп тә үтмәй, Кушнаренко районында тағы ла ошондай енәйәт яһала. Был осраҡта Гуровка ауылында ике ҡыҙ (кесеһенә 17 йәш) Өфө ҡалаһынан дуҫына ҡунаҡҡа килгән 44 йәшлек ирҙең «ЗАЗ - Шанс» автомобилен ҡыуып алып китә.
Машина хужаһы табындан һуң йоҡлап киткәс, ҡыҙҙар күрше ауылға барырға теләп, ҡабыҙыу асҡыстарын урлап алып сыға. Ләкин улар юлда автомобиль менән идара итә алмай һәм уны түңкәрә. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары ҡыҙҙарҙы ҡулға ала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға